Был турала "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, федераль фонд менән һөйләшеүҙәр даими алып барыла. Республиканың 23 заявкаһынан 16-ыһы хупланған.
866 алданған өлөшсөгә ярҙам буласаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлмәй ҡалған йорттар проблемаһына иғтибар кәмемәй тине. Эште системалы алып барыу өсөн махсус штаб булдырылған.