Жуков һәм Гагарин урамдары киҫелешендә ике еңел автомобиль бәрелешкән. Туғығынсы модель ВАЗ һәм Лада Калина машинаһы юлды бүлешә алмаған. Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, Калина ҡаршыһына сыҡҡан автомобилдең уң яғына төкөлгән.
ВАЗ машинаһы уртаға бүленгән. Машинаны ремонтлау мөмкин түгел, ти белгестәр. Юл-транспорт ваҡиғаһында ике водитель һәм өс пассажир зыян күргән, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Үлеүселәр юҡ.