Һыу – тормош сығанағы. 1969 йылда үткәрелгән торбалар иҫкереп ауылда күп тапҡыр һыу юлдары өҙөлә. Ахманды һыу менән тәьмин итеү һәм торбаларҙы алмаштырыуға федераль программа буйынса 37 млн һум аҡса бүленә. Баҡалы районан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Ике бала әсәһе Нина Ғәбиҙуллина йортта һыу менән булған ҡатмарлыҡтарҙы оноторға була тип ҡыуана. Баҡалы райны Ахман ауылында йәшәүсе хужабикә әйтеүенсә, быға тиклем иҫке һыу системаһы урындағы халыҡты оҙаҡ йылдар ыҙалата. Күптән түгел биләмәлә төҙөкләндереү эштәре башлана. Яңы проект буйынса ауылда һыу торбаларын алмаштырыу маҡсаты ҡуйыла.
Ауылда йәшәүсе бөтә ғаиләләрҙең ихатаһында һыу һаҡлау өсөн ҙур һауыттар тотоу ғәҙәткә ингән. Торбалар сафтан сығып бөтөнләй һыуһыҙ ҡалған саҡтарҙы Ахман халҡы яҡшы хәтерләй.
Яңы торбалар йылылыҡты һаҡлауы, шулай уҡ оҙағыраҡ хеҙмәт итеүе менән айырылып торасаҡ. Яңы һыу селтәренә кәмендә 30 йыл ремонт эштәре талап ителмәйәсәк.
Һыу системаһын төҙөкләндереү бер нисә этапҡа бүлеп ойошторола. Ошо көндәрҙә Үҙәк урамда 3 километрға тиклем яңы торбалар һуҙыла. Һыу ҡоҙоҡтарын урынлаштырыу өсөн соҡорҙар ҡаҙыла.
Ярты быуат дауамында ауыл халҡын хеҙмәтләндергән һыу торбалаларын яңыртыуға 37 млн һум аҡса бүленгән. Ауыл биләмәләре инфраструктураһын тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән төбәк программаһы сиктәрендә Ахманда һыу системаһы 2021 се йылға тиклем тулыһынса төҙөкләндереләсәк тип күҙаллана.
Флорида Ким.