Башҡортостанда бал ҡорттары һәм кеше мөнәсәбәте тураһында фәнни-документаль фильм төшөрөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тарихи дәлилдәргә ҡоролғанпроектты Рәсәйҙең тәбиғи умартасылыҡ ассоциацияһы әҙерләй. Мәскәүҙән килгән ижади төркөм Бөрйән районында солоҡсолоҡ үҫешеняҡтыртырға йыйына. Тәүге туҡталыштары Иглин районында яһалды, Иван-Казанка ауылынан фермер Фәнис Хәлилов түмәр умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Биләмәнән туристар ҙаөҙөлмәй. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Түмәр умарталыҡтар уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарына тиклем киң таралған була, онотолоп барған кәсеп Иглин районында алты йыл элек тергеҙелә башлай. Фермер Фәнис Хәлилов ҡуртымға ер алып, тиҫтәләп түмәр умарта ҡуя, башҡорт тоҡомло ҡорттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Умарталыҡтар ҡарағайҙан әҙерләнә.

Түмәр умарталарҙан бал йылына бер, сентябрҙә йыйыла башлай. Һәр ҡайһыһынан биш килограмдан ун килограмға тиклем татлы ризыҡ сыға. Әйткәндәй, ҡышҡылыҡҡа бал ҡорттарына ла ошо уҡ күләмдә запас ҡалдырыла. Тәбиғи шарттарҙа улар сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәйәсәк.

Нәҙекәйбилдәрҙең иммунитеты көслө, төрлө ауырыуҙар ҙа ҡурҡыныс түгел.

Фәнис Хәлилов умартасылыҡ, солоҡсолоҡ серҙәренә бала саҡтан уҡ төшөнә, был кәсепкә уны олатаһы өйрәткән. Әйтәйек, түмәр өҫтөнә бесән матурлыҡ өсөн генә һалынмай, үҙенә күрә бал ҡорттарын һаҡлау сараһы.

Иглин районы Өфөгә яҡын урынлашҡан, бер сәғәтлек юл. Шуға күрә түмәр умарталыҡ туристарҙы ла үҙенә магнит көсөндәй йәлеп итә башланы. Сираттағы ҡунаҡтар Мәскәү һәм Екатеринбург ҡалаларынан. Уларҙы ғәҙәттәгесә солоҡ балы, ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар.

Тәмле дегустациянан һуң экскурсия. Фәнис Хәлилов солоҡсолоҡ һәм түмәр умартасылыҡ тарихы менән ҡунаҡтарҙы шәхсән үҙе таныштыра, бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерә.

Шул уҡ ваҡытта биләмәлә илдең баш ҡалаһынан килгән ижади төркөм эшләй. Рәсәйҙең тәбиғи умартасылыҡ Ассоциацияһы Башҡортостан тураһында фәнни-документаль фильм төшөрә. Милли кәсептәр, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр - республика сит төбәк вәкилдәре өсөн әлегә асылып бөтмәгән, серле һәм билдәһеҙ.Экскурсия барышында туристар уҡтан да атып ҡарай, башҡорттарҙың милли уйындары, йырҙары менән таныша. Бер көнлөк сәфәр бар яҡлап та ҡыҙыҡлы ойошторола.

«Апимондия» халыҡ-ара конгрессына әҙерлек сиктәрендә туристик объект янында инфраструктураны үҫтереү мәсьәләһе лә ҡарала. Быйыл көҙ бер саҡрым  арауыҡта юл һалынасаҡ. Фәнис Хәлилов йылҡы малын да үрсетергә йыйына, биләмәлә ҡымыҙ етештерелә башлаясаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина.