Башҡортостан урман биләмәләрендә һуңғы тәүлектә 4 урында ут сыҡҡан

Бөрйән һәм Белорет райондарында ике янғын һүндерелгән. Бөрйән районында тағы бер янғындың таралып, көсәйеп китеү хәүефе бөтөрөлгән.

Йылайыр урманында ут әлегә һүндерелмәгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан. Башҡортостанда быйыл 122 урман янғыны булған.