Республикала юлдарҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоуға 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса бүленә

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында 7 контракт урынлаштырылған.

Юлдарҙы даими таҙартып тороу, соҡорҙарҙы тигеҙләү, юл билдәләрен алмаштырыу кеүек бурыстар билдәләнгән. Контракттар бер йылға төҙөләсәк.