1 июлгә тиклем был түләү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре хаҡынан билдәләнә ине. Хәҙер иһә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аныҡ билдәләнгән түләү күләме иҫәпкә алынасаҡ, йәғни ошо осорҙан Айлыҡ аҡсалата компенсация күләме һәр кем өсөн шәхсән билдәләнә башлаясаҡ.
Бының турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Социаль түләүҙәр – коммуналь сығымдарҙы ҡаплау өсөн бирелә. Был маҡсатта федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан йылына 6 миллирд ярым һум аҡса йүнәлтелә. Иң мөһиме, граждандарға 10 августа тиклем бурыстарын бөтөрөү кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Айлыҡ аҡсалата компенсацияны льготаға эйә булған граждандар, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, инвалид, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, радиация йоғонтоһона дусар ителгәндәргә һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнә. Республикала әлеге көндә түләүҙәр 665 мең кешегә күсерелә.
Әлфинә Килдейәрова.