“Иғтибар – балалар”. Өфөлә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары артҡан

Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бигерәк тә баш ҡаланың Октябрь һәм Дим райондарында ошондай авариялар күбәйеүе күҙәтелә. Юл ҡазаларының байтаҡ өлөшө водителдәр намыҫында, ти белгестәр.

Ярты йыл эсендә Өфөлә 70-кә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһында балалар һәм үҫмерҙәр зыян күргән, үлеүселәр юҡ. Ата-әсәләр хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарлыраҡ ҡарай башлаған. Балалар креслоһы ҡуйылмаған машиналар кәмегән. Автоинспектор Линар Зиннуров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт