Интернетта Благовещен дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» машинаһы водителдәренең ял итеү бүлмәһенә бәйле шау-шыу ҡупты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Социаль селтәрҙәрҙә Благовещен үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам хеҙмәте водителдәренең ял итеү бүлмәһенә бәйле шау-шыу ҡупты. Интернет киңлектәренә таралған яҙманан күреүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең берәүһе иҫке матраста, икенселәре иҙәндә ята. Водителдәр ял итеү өсөн урында шарттар тыуҙырылмауға зарлана. Медицина учреждениеһы килеп тыуған хәлдең бер яҡлы булыуын, видеоның ремонт барышында төшөрөлөүен иҫбатлай. Мебель стеналар буялған ваҡытта сығарылһа, бүлмә майҙаны душ кабинаһы урынлаштырыуға бәйле кәмегән.

Ял итеү бүлмәһендә кейем алмаштырыу һәм душ кабинаһы эшләнде. Ремонт тамамланғас та мебель урынлаштырыласаҡ. Биш урынлыҡ булмаһа ла, ике-өс кушетка алыныр тип көтөлә.

Ринат Ғәббәсов, Благовещен үҙәк район дауаханаһы баш табибы

Дауахана етәкселеге проблемаларҙың барлығын йәшермәй. Шулай ҙа, видеоның шаяртып төшөрөлөүен билдәләй. Әйткәндәй, ашығыс ярҙам хеҙмәте бригадаһы бер тәүлектән 12 сәғәтлек эш графигына күсерелгән. Ошо сәбәпле йоҡлау ҡаралмаған. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ял итеү бүлмәһе элекке поликлиниканан ҡалған. Урында диспетчер хеҙмәте һәм эш кабинеттары урынлашҡан. Был хәлде яҡшыртыуҙың берҙән-бер юлы яңы бина төҙөлөшөндә. Әммә, әле ул планда ҡаралмаған.

Азат Ғәлиуллин.