Юлсылар әле Софья Перовская урамында эшләй. Оло юл менән йорттар араһындағы был участкаларҙы ремонтлау ҡала ҡарамағында. Быйыл июндә ҡалаға был маҡсатта яңы техника һатып алынған. Киров районында ошондай туғыҙ участкаға ремонт талап ителә. Ә һәр районда 7-8 объект булыуын иҫәпкә алғанда, эш күләме ҙур. 800 метр тирәһе араны ҡеүәтле техника ярҙамында өс көндә теүәлләү ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева.