“Урал батыр” эпосын балалар араһында яттан һөйләүселәр республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде

Быйыл ул онлайн ойошторолдо. Унда республиканан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдән дә ҡатнашыусылар булды. Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Йәрмәкәйҙән балалар айырыуса әүҙем булған.

Илеш районынан Диана Әғәлиева Гран-при яуланы. Еңеүселәр бүләктәр һәм маҡтаулы грамоталар менән тәбрикләнә. Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров әйтеүенсә, балалар конкурста теләп ҡатнаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт