Өфө музыканттары сәйәхәтселәрҙе Башҡортостанға саҡыра

Башҡарыусылар республиканың гүзәллеге менән танышырға өндәп, йыр ижад иткән. Клиптың яҙмаһы социаль селтәрҙәргә урынлаштырылған. “Сиктәр бикле саҡта” йырының авторы — Михаил Васильев. Видеояҙмала тау-ҡаялар, урмандар, шарлауыҡтар һәм күлдәр күрһәтелгән.

“Беҙҙә һәр кемде хайран ҡалдырырлыҡ урындар күп, уларҙың барыһын да йырҙа һүрәтләп булмай”, - тип белдергән Михаил Васильев.