Иртәгә унда "Танғыра" йәштәр этномәҙәниәт фестивале башлана. Музыканттар “тере тауышҡа” сығыш яһай. Программа буйынса, милли кейем өлгөләре менән таныштырыу була.
Фестивалдә фин-уғыр, славян, төрки, кавказ халыҡтарының ижади йәштәре ҡатнаша, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Сара беренсе тапҡыр drive-in форматында үтә. эпидемиологик шарттарға бәйле, тамашасылар сәхнәләге сығыштарҙы автомобилдә ултырып ҡараясаҡ.