Киләһе 20 йылда баш ҡала көнбайыш һәм көнъяҡ йүнәлешендә киңәйәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йылға аръяғында 7 миллион квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөү мөмкин. Был турала Өфө ҡалаһы үҫешенең генераль планын төҙөүсе Мәскәү белгестәре белдерә.

Айырыуса Өфө-Аэропорт, Затон, Дим биҫтәһе йүнәлештәрендә төҙөлөштәр әүҙемләшәсәк. Ошо сәбәпле белгестәр баш ҡала етәкселегенә юл инфраструктураһын да яҡшыртырға кәңәш итә. Кире осраҡта йылға аръяғында күпләп төпләнгән халыҡҡа ҡала үҙәгенә эшкә йөрөү ауырға тура киләсәк.

Айнур Кәбиров.