Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев хәбәр итте. Үткән аҙнала Башҡортостанда 90 юл ҡазаһы теркәлгән, 17 кеше һәләк булған, 103-ө имгәнгән.
Алан Марзаев белдереүенсә, республика дәүләт автоинспекцияһы аҙна дауамында ойошторолған рейдтарҙа 366 иҫерек водителде ҡулға алған. Ял көндәрендә генә 213 эскән автоһәүәҫкәр тотолған. Радий Хәбиров “ҡырын тейәгән” шоферҙарға ҡаршы комплекслы көрәшергә, уларҙы телеэкрандарҙан күрһәтергә ҡушты.