Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 34 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пандемия башланған көндән алып республикала 7093 осраҡ раҫланды. Стационарҙарҙа 300 кеше дауалана, уларҙың 29-ы ауыр хәлдә, 9 пациент тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. 14 кеше һауығып дауаханан сығарылған. Үлем осраҡтары 25.

Республикала әле коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса саралар. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында мотлаҡ рәүештә битлектә һәм бирсәткәлә булыу зара. Шулай уҡ социаль дистанцияны һаҡлау ҙа һәр кешенең сәләмәтлеге өсөн бик мөһим тигән фекерҙә белгестәр.

Рафиҡ Әхмәтшин.