Баҫҡыс майҙансығында тыуып, әсәһе тарафынан шул уҡ төндә ҡарауһыҙ ҡалдырылған сабый үҙаллы тын ала башлаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөнөң Беренсе май урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә күңелһеҙ осраҡ теркәлгәйне. Милекселәр подъезда яңғыҙ ҡалдырылған балаға юлыға, был хаҡта улар полицияға мөрәжәғәт итә.
Сабый «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте менән Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһына оҙатыла, реанимацияға эләгә. Хәле ауыр була. Ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгәнгә күрә, бөгөн ул үҙаллы тын ала башлаған, яңы тыуған сабыйҙар бүлегенә күсерелгән. Әлегә тәртип һаҡлау органдары тарафынан тикшереү дауам итә, битараф әсә табылмаған. Йортта йәшәүселәр билдәләүенсә, стена, иҙәндә ҡан эҙҙәре ҡалған.
Гөлназ Хәйбуллина.