8 августа 8 кешенән торған төркөм Атыш шарлауығына юл тота. “112” Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ, тигән хәбәр килә. Урынға авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре юллана.
Юлда улар тағы ла бер төркөм сәйәхәтселәргә йылға аша сығырға ярҙам итә. Улар юғалған туристарҙың иҫән-һау булыуы һәм ҡотҡарыусыларҙы көтөүе хаҡында белдерә. Ямғырҙар арҡаһында Инйәр йылғаһы күтәрелә һәм кешеләргә һыу аша сығыу ауырлаша, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетынан.