8 августа 8 кешенән торған төркөм Атыш шарлауығына юл тота. «112» Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ, тигән хәбәр килә. Урынға авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре юллана.
Юлда улар тағы ла бер төркөм сәйәхәтселәргә йылға аша сығырға ярҙам итә. Улар юғалған туристарҙың иҫән-һау булыуы һәм ҡотҡарыусыларҙы көтөүе хаҡында белдерә. Ямғырҙар арҡаһында Инйәр йылғаһы күтәрелгән һәм кешеләргә һыу аша сығыу ауырлашҡан, тип хәбәр итәләр Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетынан.
Рафиҡ Әхмәтшин.