Был турала Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте. Ҡулға алыныусы 30 йәштә. Ошо уҡ ҡалала тыуып үҫкән. Оператив мәғлүмәт буйынса ул үҙ ҡулдары менән шартлатҡыс эшләгән. Уның ярҙамында урындағы хакимиәт һәм Баш РТС биналарына ут төртөргә планлаштырған.
Федераль именлек хеҙмәте идаралығынан белдереүҙәренсә ҡулға алыныусы тәфтишселәрҙең һорауҙарына яуап биргән, ул йәшәгән ерҙән компьютер һәм элемтә саралары тартып алынған. Тикшереү дауам итә.
Рафиҡ Әхмәтшин.