Бәләбәй ҡалаһында быуа һәм уның янындағы биләмәне төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, һыу ятҡылығы уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында йылытмаларҙы һуғарыу өсөн булдырылған. Участкала һуңғы тапҡыр  реконструкция эштәре егерме ике йыл элек кенә башҡарылған. Ил кимәлендә ойошторолған конкурста еңеү – ҡала халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу мөмкинлеге бирә.

Бәләбәй үҙәгендә урынлашҡан быуа тирәләй төҙөлөш гөрләй. Һыу ятҡылығы ярҙары нығытыла, ағастан пирс һалына, ҡышҡыһын мәкегә төшөү урындары билдәләнә. Балта оҫтаһы Илдус Ғәйнуллин ҡалала уңайлы мөхит булдырыуға ҡыуанып ҡушылған, ҡоролмаларҙың оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәген билдәләй.

Сүкеш, бысҡы, ҡеүәтле техника тауышы көслө булыуға ҡарамаҫтан, ҡыр өйрәктәре биләмәне ташлап китмәгән. Киреһенсә, уларҙың артыуы күҙәтелә. Халыҡ ҡалалағы ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланып ҡарай. Быуаға улар ҡоштарҙы ашатырға, балыҡ тоторға килә. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш эштәрен ике этапта башҡара. Тәүгеһенә ярашлы, федераль, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан 106 миллион һум бүленгән.

Былтыр майҙа Бәләбәйҙә быуа ярҙарын төҙөкләндереү проекты «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Участкала төҙөлөш эштәре февралдә башланған, план буйынса декабрҙә тамамланырға тейеш. Әммә урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, халыҡтың яратҡан ял урыны билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ асыласаҡ.

Быуа янындағы участка ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял урыны, биләмәләге һәйкәл янында Еңеү парады, барлыҡ мәҙәни-патриотик саралар ойошторола. Проектҡа ярашлы, урында күп функциялы коворкинг үҙәк, амфитеатр, төрлө арт-объекттар төҙөлә. Велосипедта йөрөү өсөн махсус юл һалына, сауҙа киосктары ҡуйыла

Бәләбәйҙәр өсөн быуа буйында 4 мең ярым квадрат метр майҙанда пляж зонаһы булдырыла. Әле ерҙе тигеҙләү эштәре ҡалған, 160 кубометр ҡом килтерелгән. Күрәһегеҙме, ул ап-аҡ. Диңгеҙең ары торһон, ҡояш аҫтында ҡыҙыныуға уңайлы шарттар ҡаралған

Бәләбәй сылтырап аҡҡан шишмәләре менән дан тота, йөҙгә яҡын шифалы сығанаҡ бар. Ҡалалағы быуаны төҙөкләндереү ҙә тап биләмәнең тәбиғәт потенциалын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Участкала төҙөлөш ваҡытында бер ағасҡа ла теймәйҙәр, бар матурлыҡ һаҡлап ҡалына.

Гөлназ Хәйбуллина.