Бөрөләге тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы объекттары торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һәр хәлдә Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре шундай фекерҙә. Июль айында ойошма Бөрө урамдарында рейд үткәргән һәм биналарҙы һаҡлауҙа  етешһеҙлектәр тапҡан. Тарихи ҡалаға БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева сәйәхәт ҡылды.

Бөрөләге Интернациональ урамының исеме есеменә тап килә. Сауҙа рәттәре бинаһындағы яҙыуҙарға ҡарап шулай һығымта яһарға мөмкин. Әлбиттә, ҡала урамдарының ят телдәге атамалар, алтаҡталар менән биҙәлеүенә күнегелгән. Әммә был сауҙа нөктәләре тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары биналарында урынлашҡан. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан рейд барышында боронғо биналарҙың бындай торошо нормаға тап килмәй тип теркәлгән.

Бөрөнө музей–ҡала тип әйтергә мөмкин. Урамдар буйлап үткәндә бер нисә быуат элекке тормошто күҙ алдына килтерергә мөмкин. Ҡаланың тарих музейы директоры әйтеүенсә, боронғо биналарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау эше алып барыла. Йыш ҡына архитекторҙар биналарҙың элек төшөрөлгән фотоларын һорап ала.  

Рекламалар, алтаҡталарҙы, әлбиттә 19 быуат стилендә яҙып элгәндә яҡшы булыр ине. Бындай алым туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Антон Антонов, Бөрө тарихи музейы дирекоры

Боронғо йорттарҙың күбеһе элекке Троицк сауҙа майҙаны тирәләй урынлашҡан. Бында ҙур баҙарҙар ойошторолған, ил төбәктәренән сауҙагәрҙәр килгән. Меценаттар һалдырған йорттарҙың тәүге ҡатында ғәҙәттә, сауҙа бүлмәләре булған, икенсе ҡатында үҙҙәре йәшәгән. Мәҫәлән, Тыныслыҡ урамына ҡарағаны.

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йорттарҙың фасадын ремонтлау һәм тәртипкә килтереү күптән түгел башланған. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университеты филиалының китапханаһы урынлашҡан Чирковтар йортоноң стеналарын буяу эше теүәлләнеп килә.   

Беҙ Бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып грант оттоҡ. 250 миллион һум аҡса ҡаланың үҙәк майҙаны һәм скверҙы төҙөкләндереүгә тотонола. Ә тарихи объекттарҙың бөтәһе лә бер стилдә буласаҡ.

Олег Осинцев, Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы

Киләсәккә ҡаланың йөҙөн   һаҡлау өсөн тарихи ҡомартҡы биналарын ҡуртымға алыусы шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик ойошмалар менән аңлатыу эше алып барыласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева.