Башҡортостан хөкүмәте составы киңәтелде

Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, министрҙар кабинетында хәҙер 11 вице-премьер була, һәр береһе айырым өлкә өсөн яуаплы. Уларҙың икәүһе беренсе урынбаҫар тигән статуста. Әлегә тиклем ун вице-премьер ине.