Республикала йыл башынан юлда 172 машина түңкәрелгән

Был йыш теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларының береһе, ти белгестәр. Ошондай төр аварияларҙа 42 кешенең ғүмере өҙөлгән, 200-гә яҡыны имгәнгән. Водителдең тәжрибәһе булмау, тиҙлек режимын үтәмәү, һауа шарттары һәм артыҡ йөк тейәү юлда бәхетһеҙ осраҡҡа килтерергә мөмкин.

Августа Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Көйөргәҙе һәм Шишмә райондарында автомобилдәр юл ситенә ауған. Уларҙа 6 кеше үлгән. Аварияларҙың байтаҡ өлөшө иҫерек водителдәр намыҫында, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.