“Беренсе республика” - “Алтын тәрилкәлә”

Режиссер Булат Йосопов төшөргән фильм Татарстанда үткәрелгән төбәк-ара кинопремияның финалына сыҡҡан. Картина “Иң яҡшы композитор” номинацияһында билдәләнгән.

Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы 27 августа Ҡазан ҡалаһында уҙа. “Кинопремияның приз фонды 1 миллион 300 мең һум”, - тип хәбәр итә Татарстандың Йәштәр эштәре буйынса министрлығы вәкилдәре. “Алын тәрилкә” проекты Президент гранттары фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.