Бөгөн Күмертау ҡалаһында 2 йәшлек сабый тәҙрәнән ҡолаған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бала 9 ҡаттан осоп төшкән. Ул иҫән, әммә ныҡ имгәнгән. Ҡотҡарыусылар ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға, кескәйҙәрҙе ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Йыл башынан Башҡортостанда тәҙрәнән ҡолап 2 бала һәләк булған, 29-ы имгәнгән.