Халыҡҡа – йәнһүрәт аша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев «Муха» студияһы менән берлектә социаль йәнһүрәттәр төшөрә башланы. Тәүге яҙмаһында автор сатира аша һаҡланыу битлектәрен кейергә саҡыра. Сценарий Крылов мәҫәлендәге ҡарға һәм сыр миҫалы буйынса яҙылған.

Санитар талаптарҙы иңҡар итеүсе ҡош һәләк була. Камил Буҙыҡаев алдағы көндәрҙә 8 ҡыҫҡаметражлы йәнһүрәт төшөрөргә әҙерләнә. Коронавирус инфекцияһынан тыш роликтарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре кеүек темалар ҙа иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

Флорида Ким.