1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Башҡортостанда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы быйыл 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында тәүге бишәү исемлегендә. Шулай уҡ "Стимул" тигән федераль программа ғәмәлгә ашырыла.

Уға ярашлы юлдар, социаль объекттар төҙөлә. Өфө районы Булгаков ауылында 825 урынға мәктәп ошо программа буйынса файҙаланыуға тапшырыла. Был тема Рәсәй төбәктәре үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡаралды. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.