Иҫерек водитель кеше ғүмерҙәрен ҡыйҙы

Уҙған кис Өфөнөң "Ихлас" мәсете эргәһендә теркәлгән аварияла бер юлы 3 кеше һәләк булды. Инспекторҙар юл ҡазаһында “Toyota Land Cruiser"ҙағы иҫерек водителдең ғәйепле булыуын билдәләй.

Тикшереү барышында уның  йыл башында эскән килеш руль артына ултырған өсөн транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе асыҡланды. Хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 12 авария теркәлгән, 6 кеше һәләк булған, 10-һы имгәнгән. Республика автоинспекторҙары 29 иҫерек водителде ҡулға алған.