Юл-транспорт ваҡиғаһы Комаров урамында теркәлде. Әсәле-ҡыҙлы светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барғанда Тойота автомобиле бәрҙерҙе. Видеотеркәү ҡоролмаһынан күренеүенсә, ҡыҙын етәкләгән әсә кеше телефондан һөйләшеп юлдан атлай. Шул ваҡыт уларҙың өҫтөнә Тойота рав 4 машинаһы килеп менә.
Йәйәүлеләрҙе 20 йәшлек автоханым бәрҙереүе билдәле. Аварияла зыян күреүселәр Өфөнөң 17-се клиник дауаханаһына урынлаштырылған. Ҡыҙ бала комала, аңына килмәгән . Әсәһенең дә хәле ауыр, - тип баһалай табиптар.
Рафиҡ Әхмәтшин.