Сочи урамындағы аварияла ғәйепләнеүсе 38 йәшлек ир ике айға ҡулға алынды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Октябрь районы суды ҡарары менән Сочи урамындағы аварияла ғәйепләнеүсе 38 йәшлек ир ике айға ҡулға алынды. Судта ул һәләк булыуысыларҙың яҡындары алдында ғәфү үтенде. Шулай ҙа үҙенең иҫерек килеш руль артына ултырыуын инҡар итте.

Юл-транспорт ваҡиғаһында өс кешенең үлем осрағы сәбәпле асылған енәйәт эшен тикшереү барышында ғәйепләнеүсе тәфтиш изоляторында тотоласаҡ.