Өфөнөң Киров районында ғына 29 күп фатирлы йортта 9 ихата комплекслы төҙөкләндерелә. Подрядсы ойошма Салауат, Зәки Вәлиди, Зәйнулла Рәсүлев урамындағы күп фатирлы йорттар ихаталарында эштәрҙең күпселек өлөшөн башҡарған. Әммә етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ. Улар тураһында комплекслы төҙөкләндереү сифаты менән килешмәүсе граждандар БСТ каналының ижади төркөмөнә бәйән итте. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Бына бит балалар майҙансығы сереп бөткәнен килтергәндәр
Зилә Ниғмәтуллинаның ейән-ейәнсәрҙәре күптән үҫеп буй еткергән. Әммә шуға ҡарамаҫтан «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә урынлаштырыласаҡ ошо балалар майҙансығы комплексының торошо өсөн борсола. Сыйылып, ҡыйралыу сиген уҙған был ҡоролма хәүефһеҙлек талаптарына ла тап килмәй,тип ата-әсәләр.
Был йортта Зилә Ниғмәтуллина иң өлкәне. Абруйлы ағинәй ҡырҡ йыл элек әхирәттәре менән бергәләп ултыртылған сәйәләрҙең төбө-тамыры менән юҡ ителеүенә әсенә. Йәшел ағастар бер кемгә лә ҡамасауламай, йортобоҙ алдын йәмләп йыл һайын мул уңыш бирә ине, ти ул. Күршеләр башта «Башҡорт ихатаһы» программаһында ҡатнашыуҙарын һөйөнөп ҡаршылай. Әммә яңы балалар майҙансығы тирәләй килеп тыуған мәсьәлә улар күңелендә кире тойғо уята.
Күп фатирлы йорт эргәһендә тротуар һалынырға тейеш булған, әммә ул бөтөнләй юҡ, йортто уратып еңел автомобилдәр үтә. Уйын һәм спорт майҙансығы ҡоролғандан һуң, бала-саға ошо юл аша сығырға ынтыла. Был ихатала тиҫтә йылдар элек автомобиль тәгәрмәсе аҫтында 6 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән. Юлдарға тиҙлекте кәметеү маҡсатында яһалма ҡалҡыулыҡ ҡуйыу кәрәклеге хаҡында ла торлаҡ-коммуналь хужалығына ғариза яҙғандар. Тротуар булмауы, юлдарҙың хәүефһеҙлеге, спорт һәм балалар майҙансығы уңайлылығы мәсьәләһенә Өфөнөң Киров районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы вәкиле аңлатмаһы
Ошоға тиклем балалар майҙансығы Зәйнулла Рәсүлев урамы 6 адресы буйынса урынлашҡан. Әммә был йорт алдынан юғары вольтлы кабель, магистраль газ торбалары үтә. Дөйөм ҡағиҙә буйынса уларҙан метр ярым ике метр арауыҡта хужалыҡ эштәре менән шөғәлләнеү һәм балалар майҙансыҡтарын ҡороу тыйыла, шуға ла күрше йорттарҙан бала-саға һигеҙенсе йорт ҡаршыһындағы майҙанда уйнарға тейеш була.
Зәйнулла Рәсүлев урамындағы 8-се йортта йәшәүселәр «Башҡорт ихаталары» программаһының тормошҡа ашырыуҙағы етешһеҙлектәргә артабан күҙ йома алмай. Халыҡ бер һүҙҙән йәйәүлеләр өсөн тротуар, юл полицейскийҙары, сереп-емерелеп бөткән балалар майҙансығы урынына яңыһын ҡуйыуҙарын, йәшеллекте тергеҙеүҙәрен талап итә.
Гүзәл Борханова.