Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында БСТ каналы редакцияһына Өфө ҡалаһында йәшәүсе ир мөрәжәғәт итте. Ул балыҡ ҡармаҡларға киләгәндә ҡот осҡос табышҡа юлыға. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был видеояҙма бер нисә көн элек төшөрөлгән. Кадрҙан күренеүенсә, һыу буйы ҡырылған балыҡ менән тулған. Бындай табышҡа Өфө ҡалаһында йәшәүсе Сергей Васильев юлыға. Ул йола буйынса тыуған көнөндә балыҡ ҡармаҡларға сыҡҡан була.
Ҡалтау күле Өфө районында урынлашҡан, эргәһендә Ҡомлокүл, Кәрәкә һыу ятҡылыҡтары бар. Был күлдәр Ағиҙел йылғаһы менән тоташҡанға балыҡҡа бай, тип әйтергә лә мөмкин.
Был урын күлдәрҙе тоташтырған тар участкаларҙың береһе. Суртан балығын эҙләп Сергей Васильев ошонда килеп сыға.
Әгәр ағыулаубула ҡалһа, күл тулыһынса хәүефле булыуы ихтимал. Балыҡсы фаразлауынса, һыу фаунаһы ток һуғыу арҡаһында ҡырылған. Ләкин әлегә ысынбарлыҡта балыҡтарҙың ҡырылыу сәбәбен әйтеүе мөмкин түгел. Күҙәтеү органдары мәсьәләне асыҡлар тигән өмөттә тәбиғәт һаҡсыһы.
Әлфинә Килдейәрова.