Юлда иҫерек водителдәр менән көрәш дауам итә

Үткән аҙнала Башҡортостанда 90-ға яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 17 кеше һәләк булған, 100-ҙән ашыуы имгәнгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев хәбәр итте.

Ведомство башлығы белдереүенсә, автоинспекторҙар аҙна дауамында 320 иҫерек водителде ҡулға алған. Шул иҫәптән, ял көндәрендә генә 194 эскән автоһәүәҫкәр тотолған.