Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФәрит Ғүмәров ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Үткән аҙнала республикала 100-ҙән ашыу янғын осрағы теркәлгән. Утта 7 кешенең ғүмере ҡыйылған.
Белгестәр әйтеүенсә, быйыл һәләк булыусылар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, 18 процентҡа кәмегән. Был янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыу менән дә бәйле. Улар ярҙамында Башҡортостанда 410 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.