Балыҡ үрсетерлек күләүектәр

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы яңы биҫтә ихатаһының торошон урындағы халыҡ шулай тип атай. Улар 2015 йылдан күп ҡатлы йорттар файҙаланыуға тапшырылғандан бирле тәртип урынлаштыра алмай интегә. Төрлө инстанцияларға хат яҙыуҙар ҙа һөҙөмтә бирмәй. Сараһыҙлыҡтан улар беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Берәүҙәр был күренешкә ҡарап, ниндәйҙер һаҙлыҡ, йә төпкөл ауылға илткән юлдыр тип әйтер ине. Әммә, ул ҡала үҙәге. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы яңы биҫтә. Соҡорло юлдар аша үткән машиналар йыш ватыла.

Ә инде балалар майҙансығына барыу ул урындағы халыҡ өсөн үҙе бер һынау. Стәрлетамаҡтар уны ҡаршылыҡ һыҙаты тип йөрөтә. Әммә, ул уйында түгел, ысында. Һуҡмаҡ рәүешле һалынған кирбес, ағас киҫәктәре аша бысранмайынса майҙансыҡҡа нисек үтергә?

БСТ каналының ижади төркөмөнөң килеүе булды, күп ҡатлы йорт ихатаһына бер-бер артлы КАМаздар ағылды. Соҡорло урындарға ҡырсынташ түшәлеп, шунда уҡ ул грейдер менән тигеҙләнеп тә ҡуйҙы. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, бөгөнгә тиклем күҙәтелгән тотҡарлыҡтарҙы финанс мәсьәләләрҙә күрә.

Ҡаланың яңы биҫтәһендә төҙөлгән һуңғы күп ҡатлы йорт 2019 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла. Проект сметаһына индерелмәүгә бәйле, юл төҙөлмәй ҡала. Бөгөн дәүләт экспертизаһын үткән документ бар. 2021 йылда күләмле эштәр көтөлә. Финанс мәсьәләләрҙең хәл ителеүенә ҡарап, асфальт һалынасаҡ.

Марат Кинйәбаев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге етәксеһе

Тимәк, халыҡҡа йәнә көтөргә ҡала тигән һүҙ. Бөгөнгө эш тә тик ике-өс күләүекте ҡырсынташ менән ҡаплауҙан ары китмәне. Ә биҫтәләге проблемалы участок ике-өс саҡрым самаһы.

Азат Ғәлиуллин.