Ул оҙаҡ йылдар Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Коллектив менән республика район һәм ҡалаларында, Рәсәй төбәктәрендә, шулай уҡ сит ил сәхнәләрендә сығыш яһай.
Рәүилә Хажиева тормош иптәше, данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән дә бергә сығыш яһай. Бейеүсенең туғаны, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәүилә Хажиева "Заһиҙә", "Дуҫлыҡ", "Биҙрә менән бейеү", "Зарифа" күмәк бейеүҙәренең яңғыҙ партияларын башҡара. “Фәйзи Ғәскәров ансамбле Башҡортостан сәнғәтенең йөҙөк ҡашы. Артистар киләсәктә лә һынатмаһын”, - ти бейеүсе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт