Йәштәр урамы эсәр һыулы булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ишембай районы ҮргеЭтҡол ауылында 8 өйгәһыуүткәрелде. Үҙәкһыуменән тәьмин итеү системаһына тиклем 540 метр алыҫлыҡтаторбалар һалынған. Урындағы хакимиәт төҙөкләндереү эштәренә ярҙам күрһәткән. Матди яҡтан ғынатүгел, ҡеүәтле техника, эшсе ҡулдар менән дә тәьмин итә.

Дөйөм сығымдар 135 мең һумсамаһы. Сумманың бер өлөшөнауыл халҡы ҡаплай. Йәштәр урамында йәшәүсе Хәйҙәрйән Әхмәҙуллинда өйөнәһыуүткәрткән. Хаҡлы ялдағы ир билдәләүенсә, киҫкен проблема хәл ителешен ул илле йылға яҡын көткән. Быға тиклем һыуҙыкүрше урамдағы колонканан, йә шишмәгә барып ташырға тура килгән.

Гөлназ Хәйбуллина.