Подъезды ремонтлау дүрт айға һуҙылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Эшсе хәбәрселәр урамында йәшәүсе халыҡ подрядсы ойошманың эше менән ҡәнәғәт түгел. Улар билдәләүенсә, төҙөүселәр ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡармай. Мәсьәләгә БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова төшөндө.

Подъездарҙы ремонтлауға квалификациялы төҙөүселәр йәлеп ителмәгән, тип зарлана Валентина Галанова. Эшсе хәбәрселәр урамының 2 кәсер 3 йортоноң советы рәйесе башҡарылған төҙөкләндереү эштәренә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Бинаны матурлау  урынына стеналарҙы боҙҙолар, сифатһыҙ материалдар ҡулландылар, ти ханым.

Тәртип боҙоу осраҡтары башланды. Етешһеҙлектәр исемлеге, смета төҙөлмәне. Ике ай ярым үткәс яһалма документтар алып килделәр, эштәрҙең 80 проценты беҙҙең йортҡа ҡарамай.

Валентина Галанова, Эшсе хәбәрселәр урамы 2/3 йортонда йәшәүсе

Тәҙәкләндереү эшендә Валентина Галанова үҙен белгес тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, сметала күрһәтелгән 700 мең һумдан ашыу аҡсаның бары тик 150 мең һумы ғына ҡулланылған. 

Был йорт 1982 йылда төҙөлә. Подъездарҙы тәртипкә килтереү өсөн фатир хужалары 2017 йылда теләк белдерә. Барлыҡ документтар тупланып, подрядсы ойошма табылғас быйыл яҙ төҙөүселәр эшкә тотона. Әммә барыһы ла анһат ҡына килеп сыҡмай. Етешһеҙлектәрҙе күреп барған милекселәр эшселәрҙе ҡыуып сығара, ти бригада етәксеһе.

Индек, эшләй башланыҡ, тәүҙә барыһы ла яҡшы ине. 9 ҡаттың да стеналарын биҙәкләү эштәрен башҡарҙыҡ. Аҙаҡ йорт советы рәйесе мин интернетта уҡыным, был рәүешле эшләнергә тейеш түгел, яңыртығыҙ, ти башланы. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыуып сығарҙы.

Науруз Хәкимов, бригадир

Ә бына икенселәр, киреһенсә, ремонт эштәрен дауам итеүҙәрен һорап ғариза яҙа, тип белдерә төҙөүсе ойошма бригадиры. Һөҙөмтәлә икенсе подъезда реконструкция тулыһынса тамамланған, фатир хужалары ла эштәрҙең сифаты менән ҡәнәғәт ҡалған.

Нурания Сәхипгәрәй ҡыҙы был йорттоң өсөнсө подъезында йәшәй. Тиҙҙән һалҡын көндәр етәсәк, шуға ла төҙөүселәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, ти ул.

Проектҡа ярашлы йорт сентябргә ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә тыныс ҡына етешһеҙлектәр мәсьәләһен хәл итеүе ауыр булыуы ла ихтимал. Сөнки йортта йәшәүселәр килешеүгә килергә әҙер түгелдәр. Был осраҡта күҙәтеү органдары, белгестәр йәлеп ителәсәк.    

Әлфинә Килдейәрова.