Балтас районы Мөнәгәз ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға һәйкәл асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Монументаль композицияла һалдатһынландырылған. Авторҙар билдәләүенсә, ул дошманды еңеп, илгә еңеү алып ҡайтыусыларҙыңдөйөмләштерелгән образы. Мөнәгәздән фронтҡа 80 кеше киткән, уларҙың 44 яу яланында ятып ҡалған. Батырҙарҙың исемдәре гранит таҡтаташта уйып яҙылған.

Һәйкәл «Рәсәй даны Аллеяһы» проекты сиктәрендә ҡуйыла, изге башланғысты «Возрождение» мәҙәни һәмтарихи мираҫты һаҡлауфедераль фонды ла хуплай. Финанс сығымдар «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә бүленгән. Тантаналы сарала һуғышбалаһы Флүзә Мөхәмәҙиева ла ҡатнашты. Ветеран әйтеүенсә, обелиск ҡуйылғанурында элек атай йорто булған, ғәзизкешеһе унан фронтҡа киткән.

Гөлназ Хәйбуллина.