Өфөлә “Кино төнө” акцияһы өс майҙансыҡта үтә

Коронавирус эпидемияһы сәбәпле кинотеатрҙар әле эшләмәй. Шуға акция асыҡ һауала ойошторола.

Ағиҙел ярында урынлашҡан амфитеатрҙа, Мәжит Ғафури исемендәге парктағы автокинотеатрҙа, шулай уҡ Республика Хәрби дан музейында кино күрһәтелә. Исемлектә Рәсәйҙә төшөрөлгән фильмдар һәм йәнһүрәттәр. “Кино төнө” акцияһы 29 августа үтә.