“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса музыка ҡоралдары ҡайтарыла. Быйыл 100 йыллығын билдәләгән сәнғәт училищеһы өсөн ҙур бүләк булды. Яҡын арала тағы 8 музыка ҡоралы тапшырылырға тейеш.
Быйыл республикала 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс һөнәри белем биреү ойошмаһы матди хәлен яҡшырта алды. Бының өсөн 121 миллион һум бүленде.