Өфөлә юлдарҙы ремонтлауға быйыл 3 миллиард һумдан ашыҡ аҡса бүленгән

Дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу урамдарҙы тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған. Эштәр 22 урында алып барыла. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде.