Башҡортостан сода компанияһы тарафынан дәүләткә ҡараған акциялар пакетын ситләтеү буйынса килешеүҙәрҙе тикшерергә кәрәк. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйҙы. Ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар буйынса фекер алышыуҙы БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева тыңланы.
Башҡортостан сода компанияһы яҙмышын үҙебеҙ хәл итергә тейешбеҙ тине, Радий Хәбиров кәңәшмәлә. Предприятиеның дәүләткә ҡараған акциялар пакетын ситләтеү килешеүҙәрен ентекләп тикшерергә кәрәк. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан әле документтар архивы өйрәнелә.
Яңы уҡыу йылынан башланғыс кластар бушлай туҡлана башлай. Ошо маҡсатта республиканың 1934 мәктәбенә өс йылға федераль субсидия йүнәлтелә. Һәр уҡыусыға туҡланыу өсөн 55 һум бүленә, был элекке менән сағыштырғанда ун һумға күберәк. Сумма иртәнге һәм төшкө ашҡа иҫәпләнгән. Быйыл мәктәп ашханаларындағы өҫтәлдәрҙә күбеһенсә үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре продукцияһы урын аласаҡ.
1 сентябрҙән ай һайын түләнә торған аҡсалата компенсация яңы форма буйынса иҫәпләнә. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге социаль ярҙамды республикала 664 мең кеше алырға хоҡуҡлы. Льготалы категорияға ингән граждандар өсөн ул бығаса Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәр муниципалитет өсөн тәғәйенләгән берҙәм сумма менән түләнеп килде. Сентябрҙән уның күләме һәр кемгә шәхсән иҫәпләнә. Бының өсөн ғаиләләге кеше һаны, торлаҡ майҙаны квадратураһы, сарыф ителгән йылылыҡ күләме һәм башҡа күрһәткестәр алына. Социаль ярҙам суммаһы автоматик рәүештә үҙгәрә. Ә бына коммуналь түләүҙәре буйынса бурыслыларға компенсация түләнмәй. Башҡортостанда уларҙың һаны 90 мең кешенән ашҡан.
Һәр тин иҫәптә тине республика башлығы «Башҡортостан ихаталары» проекты хаҡында. Тиҙҙән программа буйынса төҙөкләндерелгән ихатпаларҙы ҡабул итеү башлана, уларҙың сифатлы эшләнеүенә талап ҡаты ҡуйылды. Шулай уҡ «Алға» махсус иҡтисади зонаһында эште тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.
Рәмилә Исмәғилева.