Аҙна һайынтиерлек уларҙы ямарға тура килә. Урындағы хакимиәт өсөнбыл өҫтәмәсығымдар. Проблема тулыһынса ҡасанхәл ителер? Артабан киләһе яҙмала.
Өйгә инженер коммуникациялар үткәрелгән дә бит, эсәр һыуҙы күрше урамдағы колонка, йә шишмәнән ташырға тура килә. Проблема һыу торбаларының даими тишелеүенә бәйле.
Һыу крандан аҡмаһа ла, баҙға төшә. Дымлылыҡ көслө булғанға, стенаны күк баҫа, йорт эсендә тынсыу. Урамда ла күләүектәр хасил була. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының Үҙәк урамында аҙна һайын тиерлек авария. Һыу торбаһы тишелә. Урындағы халыҡ өсөн был өҫтәмә мәшәҡәт.
Ауыл хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, проблема ваҡытлыса ғына. Үҙәк урамдағы торбаларҙы яңыртыу өсөн урындағы ҡаҙнанан 700 мең һум аҡса бүленгән. Тиҙҙән капиталь ремонт эштәре башлана.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында һыу мәсьәләһен хәл итеүгә иғтибар юғары. 2017 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында бер километрҙан ашыу арала торбалар яңыртылған. Былтыр Йәшел урамында йәшәүселәр ҙә һыу менән тәьмин ителгән
Гөлназ Хәйбуллина.