Өфөлә “Паз” автобусы һәм “Hyundai Elantra” машинаһы бәрелешкән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 кеше зыян күргән. Улар автобус пассажирҙары. Авария Шаҡша трассаһында булған.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше үлгән, 12-һе йәрәхәтләнгән. Әйткәндәй, республикала “Иғтибар, балалар!” һәм “Йәйәүле” операциялары бара. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов водителдәргә машина номерҙарына ла иғтибар   бүлергә тәҡдим итә. 6 сентябргә тиклем автоинспекторҙар транспорт сараһын теркәү билдәләрен тикшерәсәк. Номерҙарҙың таҙалығын да, законға ярашлы булыуын да ҡараясаҡтар.