Бөгөн Салауат ҡалаһында Луиза Хәйруллинаның эше буйынса сираттағы суд ултырышы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

25 миллион 456 мең һум аҡса урлап билдәлелек алған өлкән кассир Луиза Хәйруллинаның эше буйынса бөгөн Салауат ҡалаһында сираттағы суд ултырышы үтте. Унда  атаһы һәм элек бергә банкта эшләгән хеҙмәттәше шаһит күрһәтмәләре бирҙе. Суд залынан БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Банкта ревизия барышын күҙәтеүселәр аҡса иҫәпләнеүсе бүлмәгә шарап менән ингән. Быны дәлилләүсе видеояҙмалар барлығы билдәләнде. Луизаның бергә эшләгән хеҙмәттәше биргән күрһәтмәләргә ҡаршы ошондай яуап яңғыраны .

Өлкән кассир Хәйруллина менән бергә эшләгән менеджер әйтеүенсә, йәнәһе лә, ревизиялар барышында аҡса етмәгән осраҡтар булмаған.

«Өмөтөм һәм киләсәгем ине ул минең», тине Луизаны атаһы. Рәмил Муллахмәтов Хәйруллиндар ғаиләһенә аҡса менән даими ярҙам иткәнен белдерҙе. Ул ҡыҙына 500 мең, 800 мең һум күләмендә биргән. Еңел автомобиль бүләк иткән, сөнки ғаиләгә үҙҙәренекен һатырға тура килгән. Кейәүенең аҡса менән уйнауын йәшермәне.

Хәйруллиндарҙың ике балаһы ла үҙҙәренең атаһы менән. Марат Хәйруллин енәйәт эшен ойоштороусы булараҡ йорт аресында.

Луиза үҙенең ғәйебен таный һәм үткән ултырышта эшен махсус тәртиптә ҡарауҙы һораған.Әммә законға ярашлы енәйәт эше дөйөм тәртиптә тикшерелә.

Рәмилә Исмәғилева.