Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 кеше зыян күргән. Улар автобус пассажирҙары. Авария Шаҡша юлында теркәлгән.
Иглин ауылынан Өфөнөң «Колхоз баҙарына» китеп барған автобус салонында водителдән тыш, 9 пассажир булған. Уларҙың яртыһы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Маршрут водителе әйтеүенсә, «ПАЗ Вектор» автобусы яңы, ул күптән түгел генә «Башавтотранс» предприятиеһы паркын тулыландырған булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт фажиғәһендә «Hyundai Elantra» водителе ғәйепле. Ул «Юлдаш» агромаркеты боролошонда автобустың юлын ҡыйған.
Башҡортостан юлдарында һуңғы тәүлектә 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 12-һе йәрәхәтләнгән. Әйткәндәй, республикала «Иғтибар, балалар!» һәм «Йәйәүле» операциялары бара. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов водителдәргә машина номерҙарына ла иғтибарҙы көсәйтергә тәҡдим итә. 6 сентябргә тиклем автоинспекторҙар транспорт сараларын теркәү билдәләрен тикшерәсәк. Номерҙарҙың таҙалығы ғына түгел, законға ярашлы булыуы ла ҡараласаҡ.