Интернет ҡулланыусылар социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы видеояҙма менән уртаҡлашҡан. Миәкә районы Ҡарамалы ауылында йәшәүселәр иртә менән урамдан үтеп барған мышыны төшөрөп алған. “Күҙ алдына килтерегеҙ, йорт алдына сығаһығыҙ, ә унда ҙур мөгөҙлө мышы тора. Көтөлмәгән ҡунаҡҡа беҙ шат”, - тип яҙған Зина исемле ҡатын.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВидеояҙма күптәргә оҡшаған. Уны 8 мең самаһы кеше ҡарап өлгөргән.