Онлайн форматта ойошторолған конференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко уҙғарҙы.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты указына ярашлы, иҡтисадтың, социаль өлкәнең һәм дәүләт идаралығының төп тармаҡтарында һанлы өлгөргәнлек кимәлен күтәреү талап ителә. Хөкүмәт рәйесе күһәтмәһе буйынса әле барлыҡ федераль ведомстволарҙа һанлы форматҡа күсеү буйынса махсус бүлексәләр ойошторолған. Дмитрий Чернышенко ошондай структураларҙы төбәктәр кимәлендә лә асыу бурысын ҡуйҙы.
Бынан тыш, федераль үҙәк тарафынан граждандар менән кире бәйләнеш булдырыу өсөн берҙәм платформа тәҡдим ителгән, уның менән урындарҙа төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре эшләйәсәк. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда бындай үҙәк Республика башлығы указы нигеҙендә былтыр ноябрҙә үк төҙөлдө.
Төбәк менән идара үҙәге торлаҡ төҙөлөшөнән башлап юлдарҙы ремонтлауға, сүп-сар сығарыуға тиклем төрлө йүнәлештәр буйынса оператив мәғлүмәттәрҙе йыясаҡ. Инцидент менеджмент һәм Кире бәйләнеш платформаһы системаларынан мөрәжәғәттәр ҙә шунда тупланасаҡ.
Рәмзиә Кәримова.